

Мәктәптә 19 йыл туған телдәр буйынса методист һәм район туған телдәр уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булып эшләйем. Әйтергә кәрәк, 30 йыл эш дәүерендә бик күп ҙур тәжрибә тупланды. Орджоникидзе районында күп өлгөлө башҡорт теле уҡытыусылары бар. Ҡала, республика һәм бөтә донъя кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа еңеүсе булып, беренселекте бирмәй улар. Шулар рәтенән мин дә бик күп уңыштарға ирештем. Мәҫәлән, республика кимәлендә уҙғарылған «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсы, ҡала кимәлендә «Оҫта-уҡытыусы» конкурсы еңеүсеһе булдым. Иң ҡыуаныслыһы республика – «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» конкурсы еңеүсеһе булып, 2025 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын мультимедия комплексы менән йыһазландырыуға сертификат алыуға өлгәштем. Район мәғариф бүлеге, 76-сы белем биреү үҙәгенең етәкселеге был уңыштарымды юғары баһаланы.
Әлеге көндә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр һәм «Мәғариф алдынғыһы» тигән исеменә лайыҡ булдым. Ошо юғары баһаларға ирешкән өсөн Өфөлә уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съездына делегат булараҡ саҡырыу ҡағыҙы алдым. Был – минең өсөн юғары баһа, шатланып ҡабул иттем, унда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер технологиялары ҡулланыу» тигән темаға сығыш та яһаясаҡмын.
Ошондай йыйындар үткәреү ул мөһим: башҡорт теленең бәҫе күтәрелә, сетерекле мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итә һәм берләштерә. Быйылғы уҙғарыласаҡ съезд бик мәртәбәле үтер, мөһим булған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға юлдар табылыр, тип уйлайым. Киләсәктә мәктәптәргә күберәк йәш быуын башҡорт теле уҡытыусыларын йәлеп итеү юлдарын эҙләп табыу, башҡорт теленән сәғәттәр һаны ҡыҫҡартылмауын, уны һаҡлап ҡалыу юлдарын эҙләп табыу кеүек мәсьәләләр сиселер, тип өмөт итәм.