

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында туғыҙ тематик эшлекле майҙансыҡ булдырылған ине. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 2-се «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында ойошторолдо. Шулай уҡ майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар үтте.
«Урал батыр» тип аталғанында модераторҙар булып филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов булды.
«Смарт» 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһының шайморатовсылар синыфының хәрби кураторы Айтуған Рәсих улы Мостафин «Хәҙерге белем биреү системаһында шайморатовсылар синыфы» темаһына сығыш яһаны. Уҡыусыларға хәрби әҙерлектең, шулай уҡ төрлө түңәрәктәрҙең ыңғай йоғонтоһон бәйән итте, практик өлөшөн дә күрһәтте. Бындағы уҡыусылар автоматты сисеп-йыйыуҙы етеҙ, физик яҡтан да сос.
Белорет районы Шәһи Ямалетдинов исемендәге Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева ла «Илһөйәрҙәр тәрбиәләйбеҙ» темаһы буйынса сығыш яһаны һәм эш тәжрибәһе менән бүлеште. Йыл һайын мәктәптәрендә Советтар Союзы Геройы Шәһи Ямалетдинов исеменә арнап еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла.
«Башҡорт интеллигенцияһы» темаһы бигерәк ҡыҙыҡлы факттарға бай ине. Дәүләтша кантондың эшмәкәрлеге тураһында ҡунаҡтарға филология фәндәре кандидаты, доцент, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Шәрифулла улы Сибәғәтов еткерҙе.
Уҡытыусыларҙы Әлшәй районы Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының уҡытыусыһы Зөфәр Йәдкәр улы Гәрәевтең сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шулай уҡ Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы филиалы Бикеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла үҙ сығышында «Ватаныбыҙ киләсәге – илһөйәрҙәр ҡулында», – тип белдерҙе.
Ғөмүмән алғанда, был съездан һәр кем үҙенең артабанғы уҡытыуында ҙур тәжрибә тупланы, дискуссия майҙансыҡтарында аныҡ һорауҙарына яуап та тапты.