

Ул мәктәптәр, балалар баҡсалары, колледждар уҡытыусыларын, методистарҙы һәм төбәк белем биреү учреждениелары етәкселәрен йыйҙы. Ҡунаҡтарҙы бай белем биреү программаһы көтә. Мәктәпкәсә һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары менән эшләүҙә төбәк тәжрибәһенә һәм уйын технологияларына айырыуса иғтибар биреләсәк. Уҡытыусылар тел һәм этномәҙәни белем биреү өлкәһендәге төрлө проекттар хаҡында беләсәк, шулай уҡ 2024 йылда «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы призеры Ләйлә Ғарифйәнованың һәм тәрбиәселәр араһында еңеүсе Әлиә Ишдәүләтованың уңыш серҙәре менән танышасаҡ.