

682 мең кеше БДИ тапшырған, шуларҙың 7 меңе тиерлек ҡайһы бер фәндәр буйынса иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. Мәскәүҙән Надежда Яшмолкина иһә дүрт имтиханды ла 100-әр балға биреп, 400 балл йыйған.
Дөйөм алғанда, дәүләт һынауҙары быйыл юғары кимәлдә үткән, тип билдәләнә. Йүнәлешле математика, физика, биология, информатика кеүек теүәл фәндәрҙе һайлаусыларҙың уртаса һөҙөмтәләре артҡан. 60 балдан юғарыраҡ бал алыусылар күбәйгән, тимәк улар юғары уҡыу йорттарына ла яҡшыраҡ әҙерлекле йәштәр килә, тигән һүҙ.
Әйткәндәй, һөҙөмтәләре менән риза булмаған уҡыусылар араһында, имтиханды яңынан тапшырып, 100 балл алыусылар бар. Мәҫәлән, Өфөнән биш ҡыҙ һәм егет икенсе тапҡыр үҙҙәренең белемен һынап ҡарап, иң юғары балл алыуға өлгәште.
Фотола: Надежда Яшмолкина.
Фото: rg.ru.