

Был иһә 17 меңдән ашыу уҡытыусының эшһеҙ ҡалыуы ихтималлығына ишаралай. 2026-2027 йылдарҙа I синыфҡа барыусылар һаны 429,7 меңгә кәмейәсәк, тиҙәр.
Шул уҡ ваҡытта алдағы 3 йылда урта синыфтарҙа уҡыусылар һаны арта. Тимәк унда педагогтар кәрәгәсәк. Әммә 2028-2031 йылдарҙа уҡыусылар һаны 1,4 миллионға кәмейәсәк.
Барыһы ла 1990 йылдар аҙағы, 2000 йылдар башына тура килгән "демографик соҡор" менән бәйле.
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте белдереүенсә, 2040 йылға тиклем балалар һаны кәмей. Шулай ҙа белем усаҡтарында педагогик составты һаҡлап ҡалырға уйлайҙар. Башланғыс синыфтар уҡытыусылары квалификация күтәреү курстарында уҡып, урта һәм өлкән синыфтарҙа төрлө фәндәрҙән уҡыта ала. Оҙайтылған көн төркөмөнә тәрбиәсе, өҫтәмә белем биреү учреждениеларына белгес, психолог, дефектолог булып эшләргә мөмкин буласаҡ. Мәғариф министрлығы шулай итеп кәрәкле кадрҙарҙы мәктәптәрҙә ҡалдырыу юлдарын эҙләй.
Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа илдә физика, математика уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерелә. Йәш педагогтар 10 процент ҡына тәшкил итә.
Фото: yandex.