

"Президент Владимир Путин 2030 йылға ошо өлкәлә 2 миллионлап белгес әҙерләргә кәрәклеген билдәләгәйне. Нәҡ улар киләсәктә Рәсәйҙең технологик лидерлығын тәьмин итәсәк", - тине ул.
Илдә ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башланғайны. Барлығы 1 миллион 363 мең абитуриент документ тапшырған, 11,7 миллион конкурс төркөмө төҙөлгән.
Әйткәндәй, хәҙер ҡабул итеү кампанияһы барышында түләүле урындарҙы арттырырға ярамай, шуға күрә юғары уҡыу йорттары быны алдан билдәләй һәм был турала мәғлүмәтте сайттарына ҡуя.
Фото:yandex.