

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөләсәк лицейҙа бөтә республиканан иң һәләтле балалар белем аласаҡ.
«Был мәктәп кенә түгел, ә мәктәптә белем алыуҙың иң юғары нөктәһе. Лицейға тотош республиканан һәләтле балаларҙы йыйырға теләйбеҙ. Был фәнни кадрҙар, талантлы сығарылыш уҡыусылары әҙерләү урыны булырға тейеш. Президентыбыҙ ярҙам күрһәтмәһә, мәктәпте төҙөү мөмкин булмаҫ ине. Беҙ уға мөрәжәғәт иттек, Президент беҙҙең тәҡдимде тормошҡа ашырырға ҡушты, шуға күрә беҙ төҙөргә әҙер, аҡса бар, барыһы ла бар. Әйткәндәй, беҙҙең сығарылыш уҡыусыларының 40% берҙәм дәүләт имтиханында профилле математиканы һайлай. Был илдә иң яҡшы күрһәткес булып тора. Төҙөүселәрҙән сифатлы эш көтәбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: com.