

Бында бигерәк тә бөгөнгө уҡыусыларҙың өйгә бирелгән эште нисек үтәүе борсой. Хәҙер күптәр яуап эҙләү өсөн яһалма интеллектты файҙалана. Бала өсөн өй эшен яһалма интеллект башҡарғас, интернет тулы әҙер яуаптар булып, шунан ғына күсергәс, баш эшләтәһе лә түгел. Был бит ваҡытты бушҡа әрәм итеү була. Шуға ла өйгә эште бөтөрөргәме әллә икенсе формала бирергәме, тигән һорау тыуа.
Белгестәр башланғыс синыфтарҙа өйгә эш биреү уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы кәметә, ә өлкәнерәк уҡыусыларҙа, киреһенсә, материалды нығытыуға ярҙам итә, тип иҫәпләй. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә икән.
Сентябрҙә депутаттар был мәсьәләне тикшерәсәк. Ысынлап та, кескәйҙәргә күп итеп өйгә яҙма эштәр биреү, хатта ата-әсәләрҙе лә йонсота, шулай бит? Ә бына өлкән синыфтарҙа яуаптарҙы интернеттан ғына алмаһындар өсөн ни эшләргә? Хәҙер бит ижади проекттарҙы ла нейросеть яҙып бирә. Бигерәк әҙергә-бәҙер, хатта ҡурҡыныс булып китә: бөгөнгө уҡыусыларға эҙләнергә, фекерләргә, уйларға ла кәрәкмәй булып сыға түгелме? Әйҙә тик-ток ҡарап ултырһындар... Ундағы ҡыҫҡа ғына мәғәнәһеҙ видеолар мейеләренә нисек насар йоғонто яһағанын күптәр аңларға теләмәй. Был бөтәһенә лә ҡағылмай, әлбиттә. Һәләттәрен үҫтерергә тырышҡан, уҡыуға етди ҡараған төплө белемле уҡыусылар күп. Белеме барҙың - ҡәҙере бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Фото: yandexcloud.