Был турала Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороҡ проекты бар. Кемдер аҙнаһына ике сәғәт инглиз телен өйрәнеү өсөн етә, уҡыусыларға нагрузка кәмей, тип иҫәпләй, икенселәр был сит телде үҙләштереүгә насар йоғонто яһаясаҡ, ти.
Үҙгәреш алдағы йылдың 1 сентябренән индерелергә тейеш.
Шулай уҡ киләһе уҡыу йылы башынан V - VII синыфтарҙа Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте тигән фән уҡытыласаҡ.
Фото: multimedia.