

Үҙебеҙҙә етештерелгән транспорт федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға һатып алынған.
– Яңы мәктәп автобустары – көн һайын уҡырға йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә комфорт һәм хәүефһеҙлек ул. Быны яҡшы аңлайбыҙ һәм автопаркты даими яңыртып торабыҙ. 2019 йылдан алып беҙҙең мәктәптәр 900-ләп яңы автобус алды, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
– Яңы автобус алыу– бөтә мәктәп коллективы өсөн ҙур ҡыуаныс. Балаларҙың һаулығын ҡайғыртыу билдәһе, – тип рәхмәтен белдерә Үрге Ҡыйғылағы 2-се мәктәп директоры Ләйсән Нәбиуллина (фотола).
Фото: com.