+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
28 Август 2025, 10:27

Конкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәк

«Рәсәйҙең иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2025» конкурсының финалы 7 - 14 сентябрҙә Бүрәт Республикаһында үтәсәк. Унда Башҡортостандан ике педагог ҡатнаша.

Конкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәкКонкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәк
Конкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәк

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025» конкурсы еңеүсеһе, Өфөләге 2-се «Смарт» күп йүнәлешле гимназияһы уҡытыусыһы Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы Хәбибуллина һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсы еңеүсеһе, Сибайҙан «Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Хәдит ҡыҙы Әмирова республикабыҙ данын яҡлаясаҡ. Уларға уңыш теләйбеҙ.

Конкурста илдең 87 төбәгенән 120 педагог ҡатнаша. Был матур сара 2022 йылдан үткәрелеп килә.

Фото: Учителя 2025.

Лучший учитель родного языка и родной литературы

Конкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәк
Конкурс Бүрәт Республикаһында үтәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас