+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
28 Август 2025, 05:38

Мәскәүҙә бүләкләнеләр

Үткән уҡыу йылында Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтиханын Мәскәүҙән Надежда Яшмолкина - 400 балға, төрлө төбәктәрҙән тағы 13 уҡыусы 300 балға тапшырҙы. Араларында Өфөнән Алексей Лобов та бар.

Мәскәүҙә бүләкләнеләрМәскәүҙә бүләкләнеләр
Мәскәүҙә бүләкләнеләр

Кисә улар Мәскәүҙә Мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашты, уның ҡулынан рәхмәт хаттары алды. 

Алексей Өфөләге 153-сө лицейҙы тамамлаған. Физика, йүнәлешле математика, информатиканан берҙәм дәүләт имтиханын 100-әр балға тапшырған. Урыҫ теленән - 94 балл.

"Беҙҙә Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән һәләтле уҡыусыларҙың күп булыуы бик һәйбәт. Ҡотлайым. Һеҙҙе тырышлығығыҙ, уҡытыусыларығыҙҙың, остаздарығыҙҙың, ата-әсәләрегеҙҙең ярҙамы ошо ҙур уңышҡа килтерҙе", - тине министр. 

Фото: edu.gov.

 

Мәскәүҙә бүләкләнеләр
Мәскәүҙә бүләкләнеләр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас