+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
3 Сентябрь 2025, 07:09

Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге кабинет асылған

Күмертауҙа ҡыуаныслы ваҡиға: Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында ғалим-геолог, публицист, балалар яҙыусыһы Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге география кабинеты асылған.

Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылғанДиҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылған
Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылған

Күренекле шәхестең кесе ҡыҙы Таңсулпан Бураҡаева ошо турала социаль селтәрҙә яҙҙы: «Был кабинетты асыуҙы ике туған ағайым, гимназия уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Тайыпов үҙ өҫтөнә алды. Диуарҙағы стендтарҙа Диҡҡәт Бураҡаевтың тормош юлы, ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт булһа, өҫтәлдә һәм витриналарҙа уның китаптары, Өфө геология институты тапшырған ҡомартҡылар: геологик сүкеш һәм поход сумкаһы, грамоталары һәм документтары ҡуйылған.

Был кабинетты ойоштороусы гимназия директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәноваға, үҙ иҫәбенә витриналар эшләп биреүсе Илфат Ринат улы Рысаевҡа, матди ярҙам күрһәтеүсе Зиннур Закир улы Исхаҡовҡа, мәғлүмәт әҙерләргә ярҙам иткән Тәлғәт Шаһмановҡа, бүләктәр тапшырыусы геологтар Юрий Викторович Соколов һәм Валерий Михайлович Горожанинға, биология фәндәре кандидаты Ғәлиә Рафаил ҡыҙы Ғилмановаға ҙур рәхмәт!

Асыу тантанаһында шулай уҡ ҡыҙым Юлбарсын, йәш туғаныбыҙ, атайымдың аҙашы Диҡҡәт Бураҡаев, шулай уҡ атайым яғынан туғандарыбыҙ Диана, Динара, Наил һәм кескәй Фәзилә ҡатнаштылар.

Беҙҙе Шамонино ауылынан алып килгән мәғариф министрлығы вәкиле Рәмилә Салауат ҡыҙы Рәхимоваға айырым рәхмәт!»

Диҡҡәт Бураҡаев 1930 йылдың 30 декабрендә Көйөргәҙе районы Үрге Мотал ауылында тыуған. Таймаҫ урта мәктәбендә уҡый, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан һуң М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ғалим төп эшенән тыш матбуғат менән дуҫ була, күп мәҡәләләр яҙа,  фәнни-популяр әҫәрҙәр ижад итә. «Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт», «Аждаһа күле» исемле мауыҡтырғыс китаптарын уҡығанһығыҙҙыр әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалим докторлыҡ диссертацияһын яҡлап өлгөрмәй, 1981 йылда вафат була.

Шәхестәрен ҙурлаған халыҡ хөрмәткә лайыҡ, тиҙәр. Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары күренекле яҡташтары тураһында күберәк белер, уның хеҙмәттәрен, тормош юлын өйрәнеп, төрлө ижади, фәнни эштәр яҙыр, республиканың башҡа балаларын да таныштырыр әле. 

Фото: com.

Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылған
Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылған
Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты асылған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас