+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
5 Сентябрь 2025, 05:17

Ҡурсаҡ музейы ла асыла

Балалар баҡсаһы һәм урта мәктәпте үҙ эсенә алған 10-сы белем биреү үҙәге лә 1 сентябрь көнө тәрбиәләнеүселәрен һәм уҡыусыларын ҡабул итте. Быйыл мәктәптә 550 бала уҡыясаҡ.

Ҡурсаҡ музейы ла асылаҠурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла

1937 йылда төҙөлгән белем усағы май айынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройы Анатолий Иванович Хохлов исемен йөрөтә. Беренсе синыфҡа 52 уҡыусы килгән, шуларҙың икеһенең аталары – махсус хәрби операция биләмәһендә. Ә барлығы 16 атай илебеҙҙе һаҡлай. Байрам барышында директор Альбина Марат ҡыҙы Ниғмәтуллина улар менән ғорурланыуын белдерҙе, рәхмәт әйтте.
Ун беренсене 32 үҫмер тамамлай икән. Үткән уҡыу йылын өс уҡыусы – алтын, береһе көмөш миҙал менән бөткән. Быйыл да уҡытыусыларҙың сығарылыш уҡыусыларына өмөттәре ҙур.
Уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар Анна Владимировна Нурғәлиева менән әңгәмәләштек. Ул белем биреү үҙәгендә спорт түңәрәктәре уңышлы эшләүен билдәләне. Йәнә аутизм диагнозы ҡуйылған балалар менән шөғөлләнгән махсус уҡытыусылар бар. Ленин районында ошо йүнәлештә эшләгән берҙән-бер мәктәп икән.
Анна Владимировна шатлыҡтары менән дә бүлеште: беренсенән, йәйен урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ярашлы биләмәгә асфальт түшәлгән, икенсенән, ҡурсаҡ музейы асыуға грант отҡандар. Октябрь айында музей эшләй башлаясаҡ. Теләгән ата-әсә ҡурсаҡ килтерә ала.
Тантаналы линейка ваҡытында уҡыусыларға ҡунаҡҡа төрлө махсус хеҙмәттәрҙә эшләүсе апай-ағайҙары ла килгәйне. Улар менән өйҙә, урамда, транспортта үтәлергә тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тағы берҙе иҫкә төшөрҙөләр. Байрам сығарылыш синыфы уҡыусыларының вальсы менән тамамланды.

Автор фотолары.

Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Ҡурсаҡ музейы ла асыла
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас