

Кемдәр дәғүә итә һуң был премияға? Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың остаздары, Рәсәй мәғариф министрлығы бойороғо менән раҫланған олимпиада һәм конкурстарҙың йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың остаздары.
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән I курс студенттарына айырым 150 мең һум күләмендә премия түләнә. Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙың уҡытыусылары - 300 мең һум, призерҙар һәм уларҙың уҡытыусылары иһә 150 мең һум премия ала.
Документтар Башҡортостан мәғариф министрлығында, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса ҡабул ителә.