+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
19 Сентябрь 2025, 08:37

Мауыҡтырғыс өлкә

Өфө кампусының “21-се мәктәп” майҙансығында VI – XI синыф уҡыусылары өсөн “Киләсәккә билет” федераль проекты буйынса мәғлүмәти технологиялар фестивале үтте.

Мауыҡтырғыс өлкәМауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә

53 үҫмер информацион технологияларҙың заманса йүнәлештәре менән танышты, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, яһалма интеллектты ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнде.

– Был фестиваль үҫмерҙәрҙең технология иленә тәүге аҙымы булды. Беҙ 21-се мәктәп менән “Киләсәккә билет” проектын берләштереп, уҡыусыларға информацион технологиялар өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарарға, эксперттарға һорауҙары менән мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирҙек. Ошо рәүешле уларға технологияларҙың ҡыҙыҡлы һәм һәр кем булдыра алырлыҡ өлкә икәнен аңларға ярҙам иттек, – ти 21-се мәктәп директоры Екатерина Подымова.

Фото: com.

Мауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә
Мауыҡтырғыс өлкә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас