-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
23 Сентябрь 2025, 14:08

Олимпиадалар башланды

22 сентябрҙә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабы башланды.  

Олимпиадалар башланды
Олимпиадалар башланды

Яңы миҙгелде француз теле буйынса бәйге асып ебәрҙе. Уҡыусылар 24 предмет буйынса көс һынашасаҡ. Урыҫ теле һәм математика буйынса IV синыфтар ҙа үҙҙәрен һынап ҡарай ала. 

Иң тырыш, һәләтле уҡыусылар остаздары ярҙамы менән мәктәп, район-ҡала, төбәк этаптарын уңышлы үтеп, Рәсәй кимәлендә лә белемдәрен күрһәтәсәк. Ә йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призерҙарын юғары уҡыу йортона ингәндә шәп өҫтөнлөктәр көтә.

Тырышығыҙ, еңегеҙ, дуҫтар!

Фото: avroracenter.

Олимпиадалар башланды
Олимпиадалар башланды
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас