Быйыл конкурста республиканың 40 муниципалитетынан 144 мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре ҡатнашҡан. Еңеүселәр араһында тәрбиәселәр, музыкаль етәкселәр, уҡытыусы-логопедтар, физкультура буйынса инструкторҙар бар.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта 959 балалар баҡсаһы эшләй, уларға 200 мең ҡыҙ һәм малай йөрөп, һәләттәрен арттыра, тәүге белем баҫҡысын үтә.
Радий Хәбиров тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ҙур хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Глава Республики Башкортостан сайты.