+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
21 Октябрь 2025, 05:32

"Берлога"ла ҡатнашығыҙ

Программалаштырыу буйынса II Бөтә Рәсәй "Берлога" турнирының һайлап алыу туры бара.  

"Берлога"ла ҡатнашығыҙ"Берлога"ла ҡатнашығыҙ
"Берлога"ла ҡатнашығыҙ

Унда V - XI синыф уҡыусылары һәм һөнәри белем биреү колледждары студенттары 2-3 кешенән торған командалар менән ҡатнаша ала. Тур 31 октябргә тиклем бара.

Финал Өфөлә студенттар кампусында 19 ноябрҙә буласаҡ. Турнирҙың еңеүсеһе һәм призеры дипломдары Рәсәй юғары уҡыу йорттарына ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханына 10 балл өҫтәйәсәк.

Ярыш https://platform.kruzhok.org/apiary/tourney/2025 платформаһында үтә. Унда турнир тураһында тулы мәғлүмәт алырһығыҙ.

 

Фото: com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас