+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
21 Октябрь 2025, 05:00

Көҙгө каникул 9 көн буласаҡ

Быйылғы уҡыу йылында балалар тәүге каникулға 25 октябрҙән сыға. 

Көҙгө каникул 9 көн буласаҡКөҙгө каникул 9 көн буласаҡ
Көҙгө каникул 9 көн буласаҡ

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ял итәбеҙ, шулай итеп, уҡыусыларҙың икенсе сиреге 5 ноябрҙә генә башланасаҡ. 

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәр аша уҡыусыларға каникулдарын файҙалы итеп, саф һауала йөрөп, китаптар уҡып, ғаиләләре менән мәҙәни сараларға барып үткәреүҙәрен теләне. Ата-әсәләргә иһә балаларҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте.

Фото: yandexcloud.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас