Урок Цифры платформаһында әлеге ваҡытта "Видеоплатформа" темаһы тәҡдим ителгән. Уны : 1 302 758 Рәсәй уҡыусыһы үткән дә инде.
16 ноябргә тиклем барасаҡ, һеҙ ҙә был тема буйынса белемегеҙҙе арттыра алаһығыҙ. Ошо һылтанма аша үтегеҙ. Башланғыс, урта, өлкән синыф уҡыусылары өсөн айырым эштәр бирелгән.
Ә 24 ноябрҙән 14 декабргә тиклем нейроселтәр, һанлы хәүефһеҙлек буйынса дәрестәр тәҡдим ителәсәк. Был проектты РФ Мәғариф һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтары берлектә тормошҡа ашыра.
Бөгөн технологияларҙы, программалаштырыуҙы, яһалма интеллектты һәйбәт белеү бер кемгә лә артыҡ түгел, шулай бит?!
Фото: yandex.