-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
13 Ноябрь 2025, 08:32

Креатив индустриялар мәктәптәре үҫешә

13 - 14 ноябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй III креатив индустрия мәктәптәре съезы үтә. Унда илебеҙҙең 52 төбәгенән 174 белгес - креатив мәктәптәр уҡытыусылары, эксперттар, практиктар ҡатнаша.

Креатив индустриялар мәктәптәре үҫешә
Креатив индустриялар мәктәптәре үҫешә

Креатив мәктәптәр Рәсәйҙә 2022 йылда Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында асыла башланы. Йәш таланттарҙы үҫтереү - уның яңыраҡ йүнәлеше. Башҡортостанда өс креатив индустрия мәктәбе эшләй. Улар Өфө сәнғәт училищеһында, Стәрлетамаҡтағы республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында, Сибай сәнғәт училищеһында урынлашҡан. Балалар алты йүнәлеш буйынса белем ала: тауыш режиссеры, анимация, электрон музыка, фотоға, видеоға төшөрөү, 3D графика, интерактив һанлы продукттарҙы эшкәртеү.

Съезд креатив индустрия мәктәптәрен артабан үҫтереүгә, тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ  итәсәк.

Фото: pobedarf.

 

Креатив индустриялар мәктәптәре үҫешә
Креатив индустриялар мәктәптәре үҫешә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас