Был проект 2018 йылда үткәрелә башлаған “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте олимпиадаһынан башланғыс алған. "Росхим" менән берлектә ул яңы кимәлгә сыҡҡан. Ул Рәсәй мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә индерелгән.
Быйыл химия буйынса был бәйге 7 төбәктә, 14 ҡалала һәм Рәсәй буйынса 15 майҙансыҡта үтә. Башҡортостанда Салауат индустрия һәм Стәрлетамаҡ химия-технология колледждарында, шулай уҡ Өфө дәүләт нефть-техник университетының химик технологиялар һәм инжиниринг институтында була. Әйткәндәй, олимпиада еңеүселәренә, нефть университетына уҡырға инһәләр, 7-10 балл өҫтәргә вәғәҙә итәләр.
7 йыл эсендә был мәғариф проектында 3 мең йәш химик ҡатнашҡан. Башҡортостан уҡыусылары һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Бигерәк тә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Өфө ҡалаларынан ҡатнашыусылар маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицейының химия уҡытыусыһы Алмаз Насретдиновтың уҡыусылары көслө, үткән уҡыу йылында 5 еңеүсе һәм 7 призер булған. "Росхим"дың Ҙур олимпиадаһы киләсәккә һөнәр һайларға ла йүнәлеш бирә.
Ә һеҙ ҡатнашаһығыҙмы? 15 декабргә тиклем теркәлеп ҡуйығыҙ, дуҫтар: https://ruschemolymp.ru/
Большая олимпиада Росхим