+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
25 Ноябрь 2025, 06:23

Йомғаҡлау иншаһы яҙасаҡтар

3 декабрҙә сығарылыш синыфы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһы яҙасаҡ. Ун беренселәр үҙҙәре уҡыған белем усағында теркәлһә, элекке сығарылыш синыфы уҡыусылары, колледж студенттары һәм башҡалар - Мәғариф министрлығы бойороғо менән билдәләнгән урындарҙа.

Йомғаҡлау иншаһы яҙасаҡтарЙомғаҡлау иншаһы яҙасаҡтар
Йомғаҡлау иншаһы яҙасаҡтар

Һылтанмаһы - https://education.bashkortostan.ru/activity/2433/ 

Кемдәр был юлы зачет ала алмай, 2026 йылдың 4 февралендә һәм 8 апрелендә өҫтәмә көндәр бирелә.  Инша һөҙөмтәләре буйынса зачет алыу Берҙәм дәүләт имтиханына инеүҙең бер шарты булып тора.

Республикабыҙҙа 16,5 меңдән ашыу XI синыф уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙырға йыйына. 

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас