Рәсәйҙә 2025 йылдың 1 сентябренән яңы ҡанун буйынса хөкүмәт ҡайһы вузда күпме түләүле урын буласағын күҙәтең аҫтына ала. Шуға ла ҡайһы бер университеттарға әҙ генә балл менән уҡырға инеп булмаясаҡ. Әммә был айырым белгеслектәргә генә ҡағыла. Мәҫәлән, бизнес-информатика, сауҙа эше, юриспруденция, психология, тауарҙы өйрәнеү ғилеме... Бөтә йүнәлештәрҙең 10 проценты тирәһе.
Рәсәй мәғариф министрлығы белдереүенсә, был реформа 50-нән әҙерәк балл йыйған абитуриенттарҙы бөтөнләй уҡырға алмау тигәнде аңлатмай, юғары уҡыу йорттарында айырым белгеслектәргә нисек ҡабул итеү менән бәйле икән.
Әйткәндәй, быйыл вуздарҙа инженерлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, тәбиғи-фәнни йүнәлештәр буйынса ҡаҙна урындары арттырыласаҡ, ә гуманитар фәндәр, сәнғәт, мәҙәниәт буйынса белгеслектәргә саҡ ҡына кәмейәсәк.
Фото:obrazovanie