+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Тәжрибә дауам итә

Былтыр Төп дәүләт имтиханын тапшырыу буйынса илдең өс төбәгендә тәжрибә үткәрелгәйне.

Тәжрибә дауам итәТәжрибә дауам итә
Тәжрибә дауам итә

Быйыл ул дауам итәсәк һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Липецк өлкәһенә тағы ла Тверь, Мәскәү, Ростов, Төмән өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Камчатка, Мурманск, Смоленск өлкәләре ҡушыласаҡ. Эксперимент буйынса, белеүегеҙсә, IX синыфтан һуң аттестат алыу өсөн ике генә һынауҙы – урыҫ теле һәм математиканан Төп дәүләт имтихандарын һәйбәт биреү етә. Бынан һуң төбәктәге колледж һәм техникумдарға түләүһеҙ урындарға уҡырға инеп, һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Был ҡанун IX синыфтан һуң колледждарға уҡырға инергә теләүселәр өсөн генә.

Фото: ya.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас