Рәсәй Мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте белдереүенсә, ил буйынса йыл да 100 мең тирәһе үҫмер һынауҙы уңышлы тапшыра алмай икән. 2026 йылдан яңы ҡанун буйынса, улар колледж йә техникумдарға түләүһеҙ урындарға инеү мөмкинлегенә эйә була.
Ниндәй йүнәлештәр буйынса ҡабул итергә - һәр төбәк исемлек төҙөйәсәк. Йәштәр һөнәр ҙә үҙләштерәсәк, бер юлы мәктәптә тапшыра алмаған Төп дәүләт имтиханына ла әҙерләнәсәктәр. Һәр хәлдә бер йылдары бушҡа уҙмаясаҡ.
Фото: static.mk.