-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
17 Ғинуар , 13:22

Тәртип өсөн баһа ҡуйыласаҡ

2025 йылдың 1 сентябренән Новгород, Ярославль, Тула, Ленинград өлкәләрендә, Луганск Халыҡ Республикаһында, Чечня һәм Мордовия республикаларында 89 белем усағында уҡыусыларҙың тәртибенә баһа ҡуйыу буйынса тәжрибә башланғайны.

Тәртип өсөн баһа ҡуйыласаҡ
Тәртип өсөн баһа ҡуйыласаҡ

2026 йылдың 1 сентябренән уны илдең бөтә мәктәптәренә лә индерергә уйлайҙар. Рәсәй мәғариф министрлығы пилот проекты һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, ҡанун проектын әҙерләгән. 

Экесперттар белдереүенсә, тәртип өсөн баһа ҡуйыуҙы балаларҙың күпселеге ыңғай ҡабул иткән. Мәктәптәр зачет, незачет ҡуйырғамы, өс, биш баллы кимәлдә баһалауҙымы - үҙҙәре һайлаған. Уҡытыусылар тарафынан иһә һәр уҡыусыға айырым иғтибар талап ителә инде.

Тәртип өсөн баһа ҡуйыу яңылыҡ түгел, совет осоронда һәр баланың көндәлегенә аҙна һайын синыф етәксеһе баһа ҡуя торғайны бит. Шулай ҙа насар баһа ҡуйыр алдынан уҡыусыға тәртибен төҙәтергә мөмкинлек бирелһен ине. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото: sun9-21.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас