-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
5 Февраль , 22:12

Руслан иҡтисад үрҙәрен яулай

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы дауам итә. Бәйгеләр 24 фәндән үтәсәк.

Руслан иҡтисад үрҙәрен яулай
Руслан иҡтисад үрҙәрен яулай

12 ғинуарҙа иҡтисад буйынса 400-ҙән ашыу IX – XI синыф уҡыусыһы республика кимәлендә белемен һынағайны. Үткән аҙнала һөҙөмтәләр билдәле булды. Иң-иңдәр иҡтисад буйынса олимпиаданың 14 – 21 мартта Мәскәү өлкәһендә уҙасаҡ йомғаҡлау этабында республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.
IX синыф уҡыусылары араһында I урынды Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейының IX «В» синыфынан Руслан Әминев яуланы. Беҙ уның иҡтисад фәне менән нисек ҡыҙыҡһынып китеүе, уңыш юлы тураһында үҙенән һораштыҡ.
– Был фәнгә ҡыҙыҡһыныуым VIII синыфта уҡығанда, лицейға математиканан яңы уҡытыусы – Руслан Ринат улы килгәс, артты. Былтыр иҡтисад буйынса үткән бәйгеләрҙең төбәк этабында бер нисә тапҡыр призлы урын алыуым дәртләндереп ебәрҙе, олимпиадаларҙа ҡатнашыуға ныҡлап әҙерләндем. Шуға ла ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшә алдыҡ. Әммә иҡтисад фәнен һайлауымдың маҡсаты тәрәндәрәктер, еңеүсе дипломы алыу ғына түгелдер, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, маҡсатҡа ынтылыш эске тойомлау, ниндәй ҡиммәттәрҙе үҙ итеүеңә бәйле булырға тейеш, – ти Руслан.

– Еңеүгә өлгәшеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? – тип тә ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Яңы мәғлүмәтте яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн бер ниндәй ҙә тылсымлы таяҡ, мөғжизә юҡ, әлбиттә. Ысынында теорияны ныҡлап өйрәнеү һәм һуңынан һәр тема буйынса бик күп мәсьәләләр сисеү кәрәк. Ҙур эштәрҙе үтәү өсөн уларҙың бер нисәһен берләштерергә тура килә. Ҡайһы берҙә иҡтисад буйынса мәсьәләләрҙе математиканы бөтөнләй ҡулланмай сисергә кәрәк була, теорияны үҙләштермәй мөмкин түгел. Тест эштәре лә бар. Ҡыҫҡаһы, күп шөғөлләнергә кәрәк. Иҡтисад – минең өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы фән.
Әлбиттә, үҙҙәрендә лә республика олимпиадаһына әҙерлек буйынса дәрестәр үткән. 3-сө республика башҡорт интернат-лицейында остазлыҡ мөһим урын биләп тора. Иҡтисад буйынса уҡыусылар менән Руслан Ринат улы Ғабдрахманов шөғөлләнә.

– Мине баштан уҡ Русландың маҡсатҡа ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан, өс йүнәлеш – иҡтисад, программалаштырыу, инглиз теле буйынса үҫешергә ынтылышы булыуы йәлеп итте. Уның менән эшләй башлауым үҙемдең уҡыусы сағымды, олимпиадаларҙа ҡатнашҡан мәлдәремде хәтергә төшөрҙө. Уҙған уҡыу йылында олимпиада хәрәкәте менән ныҡлап танышҡас, Руслан иҡтисадты һайланы. Нәҡ ошо фән буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеренә ышаныс ҙур икәнен икебеҙ ҙә аңлағайныҡ, – ти ул.
Уҡыусыһы үҙе лә иҡтисад буйынса интенсивта дәрес биреп ҡарай. Был тәжрибә лә Русланға темаларға икенсе күҙлектән ҡарап, материалды төплөрәк аңлап үҙләштерергә ярҙам иткән.

Остазына рәхмәтле Руслан. Шулай булмай ни, тәжрибәле, тәрән белемле педагог хаталарың тураһында әйтеп, көслө яҡтарыңды ла билдәләп, йүнәлеш биреп, уңышҡа дәртләндереп тора.
Синыф етәксеһе, математика уҡытыусыһы Әхмәт Нәзир улы Додаров та уҡыусыһын маҡтап ҡына телгә алды. Яуаплы, тырыш, инициативалы булыуын билдәләне.

– Руслан мәктәп программаһы менән генә сикләнмәй, өйҙә лә белемен тәрәнәйтә. Лицейҙа уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, килеп сыҡҡан һорауҙарына яуап эҙләй. Бер минутын да бушҡа үткәрмәй: китап уҡый, яңы материал буйынса конспект яҙа йә миҫалдар сисә, – ти ул.

Ихлас, синыфташтарына ярҙамсыл, маҡсатҡа ынтылыусан егеткә Рәсәй кимәлендә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүен теләйбеҙ. Уңыштар һиңә, Руслан!

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас