-20 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
18 Февраль , 10:01

Конкурс дауам итә

"Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" конкурсы бишенсе тапҡыр ойошторола.

Конкурс дауам итә
Конкурс дауам итә

Быйыл унда республикабыҙҙың 27 төбәгенән 32 педагог ҡатнаша. "Балалар менән сара",  "Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы" этаптарынан һуң 15 педагог II турға үтте.

"Оҫталыҡ дәресе", "Блиц-опрос" конкурстары ла иң-иңдәрҙе асыҡларға ярҙам итте.

Биш лауреат III турҙа көс һынашасаҡ. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 27 мартта "Торатау" конгресс-холында үтәсәк.

Фото: irorb.

Конкурс дауам итә
Конкурс дауам итә
Конкурс дауам итә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас