Исем үҙгәртеү менән генә эш бөтмәй, әлбиттә. Төп маҡсат: уҡыу аудитоорияһы менән завод цехы араһындағы сикте юйыу. Йәғни уҡыу пландарын теоретиктар түгел, ә буласаҡ эш биреүселәр яҙасаҡ. Студенттар беренсе курстан аныҡ предприятиела талап ителгән белемде үҙләштерәсәк. Юғары технологик секторҙарға айырым иғтибар бүленәсәк.
"Илебеҙҙең фәнни-технологик үҫешенә ярашлы, 300-гә яҡын йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләүҙе дауам итәбеҙ. Был илдең иҡтисадын көсәйтеү өсөн мөһим өлөш буласаҡ", - тип белдергән Премьер-министр Михаил Мишустин.
Фото: umkufa.