Ысынлап та, аудиториялар туп-тулы ине. Телебеҙҙе белгән, өйрәнгән балаларҙың күплеге ғорурлыҡ уята. Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенән килгән ун беренселәр менән танышам. Гөлназ Әхмәтова менән Айдилә Һатыбалованың уҡытыусылары – Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова, ә Йәмилә Ғүмәрованы Лилиә Салауат ҡыҙы Нурутҡолова әҙерләгән.
– Тесты барыбыҙ ҙа уңышлы тапшырҙыҡ, шуға Өфөгә саҡырҙылар, – ти ҡыҙҙар. – Яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итәбеҙ. Апрель айында беләсәкбеҙ.
Уҡытыусылар ҙа тулҡынлана ине. Дүртөйлө ҡалаһындағы 3-сө гимназиянан Эльнара Зиф ҡыҙы Ғәзизова унынсынан Лилиә Исмаҡаева менән килгән. Ҡыҙ төрлө олимпиадаларҙа гел юғары баһалар ала икән. Туған телен бик ярата, яҡшы өлгәшә, республика кимәлендә бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай, тип билдәләне уҡытыусыһы.
Әйткәндәй, ҡатнашыусылар олимпиада эштәрен башҡарғансы, уҡытыусыларға файҙалы семинар ойошторолдо. Ул “Башҡорт теле уҡытыусыһы эшмәкәрлегендә яһалма зиһен роле” тип аталды.
Университеттың башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова менән дә әңгәмәләштек.
– Ошо олимпиадала еңеүселәр юғары уҡыу йортона ингәндә, һәр университет үҙ ҡарамағына бер нисә балл өҫтәй. Беҙҙең БДПУ ҡабул итеү имтиханы һөҙөмтәһенә йәнә 10 балл ҡуша, етмәһә, студенттар 10 мең стипендия ла алып уҡый. Тик шарт буйынса урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе 75 балдан кәм булырға тейеш түгел. Быйыл, ысынлап та, ҡатнашыусыларҙың күплеге һөйөндөрә, – тине ул.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк, тигән бит Мифтахетдин Аҡмулла ла. Был һүҙҙәргә тоғро балалар – беҙҙең киләсәк.