Был миҙалға туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индереүсе телһөйәр, илһөйәр уҡытыусылар, тәрбиәселәр, тел белгестәре, методистар лайыҡ буласаҡ.
Тәүге миҙал "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" регион-ара, "Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы ҡатнашыусылары араһынан билдәләнәсәк.
Был матур яңылыҡ тураһында "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә (https://vk.com/wall-156150050_38589) хәбәр итте.