+11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

I синыфҡа яҙылыу башлана

1 апрелдә алдағы уҡыу йылына I синыфҡа яҙылыу башлана.

I синыфҡа яҙылыу башлана
I синыфҡа яҙылыу башлана

Ул ике этаптан торасаҡ. Тәүгеһе 1 апрелдән 30 июнгә тиклем дауам итә. Йәшәгән урынына тура килгән мәктәпкә, шулай уҡ өҫтөнлөк менән файҙаланған балаларҙың ата-әсәләренән ғаризалар, документтар ҡабул ителә.

Бынан һуң белем усаҡтарында уҡырға алыу тураһында бойороҡтар сығарыла, ә 5 июлдә буш урындар тураһында хәбәр ителергә тейеш. 

Икенсе этап 6 июлдән 5 сентябргә тиклем дауам итә. Быныһында инде сит районда йәшәүселәр ҙә үҙҙәре теләгән мәктәпкә ғариза бирә ала. 

Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, электрон сират сервисында - https://complect.edu-rb.ru/ , шулай белем усағына алып барып бирергә мөмкин.

Өфөлә йәшәүселәр ҡайһы мәктәпкә беркетелгәндәрен ошо һылтанма аша таба ала.  

Фото: bashinform.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас