

Республика Башлығы еңеүселәрҙе һәм уларҙың остаздарын бүләкләүҙе оҙаҡлатмаҫҡа ҡушты. 2025 йылдан республикабыҙҙа Рәсәй кимәлендә уңыш яулаған олимпиадасыларға премия ике тапҡырға арттырылды һәм 300 мең һумға етте. Остаздарға иһә - 150 мең һум.
Фотола технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ (avroracenter).