

Олимпиаданың йомғаҡлау этабы Екатеринбург ҡалаһында Урал Губернатор лицейында уҙған. Семен ил кимәлендә Салауат ҡалаһының ғына түгел, бар Башҡортостандың данын арттырҙы. Ул биология, тарих, инглиз теле буйынса күп тапҡыр Ю.А.Гагарин кубогына уҙған олимпиадалар еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы еңеүсеһе. Гитарала уйнарға, китап уҡырға ярата икән.
Ә остаздары - биология уҡытыусыһы Флүзә Шакирова, өҫтәмә белем биреү педагогы Эльза Юнкина һәм яҡташы, М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты студенты Владислав Шевченко.
Фото: com.