

Әхнәф Харисов тураһында хәтер – ул беҙҙең мәҙәни үҙенсәлегебеҙҙең нигеҙе һәм киләсәк быуындар өсөн илһам сығанағы. Уның йыш ҡына ҡатмарлы шарттарҙа яһалған асыштары фәнде алға этәрә, бәләкәй Ватанды данлай һәм ҙур ҡаҙаныштарҙың ныҡышмалылыҡ һәм талант арҡаһында мөмкин булыуын иҫбатлай.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, ҡатнашыусыларҙы фойела икмәк-тоҙ, концерт номерҙары менән ҡаршы алды балтастар. Ғалимдың тормош һәм ижад юлына бағышланған бай йөкмәткеле күргәҙмәне ҡарап бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштыҡ. Конференцияны Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев асып ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығының уҡыу китап нәшриәте бүлеге начальнигы Гөлназ Усманова, "Йәшлек" гәзитенең бүлек мөдире Зөһрә Йәһүҙина үҙ теләктәрен еткерҙе. «Имәндәй ныҡ бул, дуҫ!» тигән сәхнәләштереү ғалимдың бала сағына алып ҡайтты.
Был конференция балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, оҫта бейеүсе-йырсыларҙың сығышынан торған матур концерт менән үрелеп барҙы. Алып барыусы IX синыф уҡыусыһы Амалия Ғәйниәхмәтова башҡарыуында «Халҡыма» йырын һоҡланғыс ине.
Артабан еңеүсе, призёрҙарҙың береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сығыштарын тыңланыҡ. Ижади конкурста иң-иңе булғандар үҙҙәре яҙған ҡобайыр, шиғырҙарын тасуири һөйләне. Бик күп һәләтле балаларҙы күреп һоҡланып ултырҙыҡ. Мәҫәлән, Борай районы Салҡаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Зилина Ғиләжева «Күренекле ғалим Әхнәф Харисов:тормошо һәм ижад юлы» (етәксеһе - Мөнирова Ә.Х.) тигән сығыш әҙерләгән, Яңауыл районы Орловка дөйөм белем биреү мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Полина Рәхимова (Сәфәрова Р.А.) яҙыусы ижадында башҡорт туйы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тапҡан.
Еңеүселәр кемдәрме? Гран-при эйәләре:
«Тикшеренеү эше» номинацияһы: Наилә Имаева, Балтас районы, Иҫке Балтастағы урта 1-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Моратова Г.Х.).
«Инша» номинацияһы: Бөрө ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Борис Дудко исемендәге 8-се мәктәптең VIII синыф уҡыусыһы Ләйсән Бикбова (етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Саҙриева А.Ф.).
Балтас районы мәғариф бүлеге методисы Лариса Рифҡәт ҡыҙы Нуретдинова әйтеүенсә, «Харисов ижадында халыҡ фольклоры», «Профессор Әхнәф Харисовтың фәнни-педагогик һәм әҙәби мираҫы», «Әхнәф Харисовтың художестволы публицистикаһы» «Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары фольклорын тикшереү», «Әхнәф Харисовтың тормошо һәм ижады” тигән темаларға республикабыҙҙың 15 төбәгенән 60-тан артыҡ балы эш ебәргән. Бигерәк тә Асҡын, Борай, Бүздәк, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош, Тәтешле, Илеш, Белорет, Бөрө, Салауат райондары, Яңауыл, Нефтекама, Ишембай ҡалалары үҡыусылары әүҙемлек күрһәткән икән.
“Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәре еңеүселәргә үҙ бүләктәрен әҙерләгәйне. Уларҙы Илеш районы Түбәнге Йәркәй лицейынан Ирина Хөрмәтуллина, Яңауыл районы Орловка мәктәбенән Полина Рәхимова, Балтас районы Сәйтәк мәктәбенән Наилә Имаева, Аиша Фәтихйәнова Илмаз Рәхмәтуллин алып ҡыуанды.
Уҡытыусылар араһында дәрес, синыф сәғәте өлгөләренә конкурс үткәрелде. Еңеүселәр араһында үҙемдең исемемде күреп һөйөндөм.
Быйылғы «Харисов уҡыуҙары»н матур һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ. Ошондай рухийәт байрамын ойоштороусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Тикшеренеү эштәрен башҡарырға, шиғыр, ҡобайырҙар яҙырға һәләтле уҡыусылар – билдәле ғалимдың эшен киләсәктә дауам итерҙәй алмаш үҫә! Афарин, уҡыусылар!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Илеш районы,
Түбән Йәркәй лицейы.