+12 °С
Дождь
VKOKTelegram

Тоталь диктантта ниндәй хаталар йыш ебәрелгән?

Быйыл 20-се тапҡыр уҙғарылған Тоталь диктантта 2 914 288  кеше ҡатнашҡан.

Тоталь диктантта ниндәй хаталар йыш ебәрелгән?Тоталь диктантта ниндәй хаталар йыш ебәрелгән?
Тоталь диктантта ниндәй хаталар йыш ебәрелгән?

Филологтар унда иң йыш осраған орфографик хаталар тураһында хәбәр итте. 1.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙән яһалған сифаттарҙы күптәр ҙур хәрефтән яҙған. Мәҫәлән, Пушкинская поэзия. Дөрөҫө - пушкинская поэзия.

Икенсенән, фенотропил тигән һүҙҙе бәләкәй хәрефтән һәм тырнаҡ эсенә алмай яҙырға кәрәк булған.

Өсөнсөнән, недаром, вдали, немало, впрочем, ненадолго кеүек һүҙҙәрҙә киҫәксәне айырым яҙыусылар күп икән.

Быйыл отличниктар һаны былтырғынан күберәк булыуын (бигерәк тә текстың өсөнсө өлөшөн яҙыусылар араһында) да хәбәр итәләр. 

Фото: static.mk.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас