

Йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан 193 уҡыусы ҡатнашты. "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге хәбәр итеүенсә, уларҙың 13-сө еңеүсе дипломына лайыҡ булған, 65-е призлы урын яулаған. Был былтырғыға ҡарағанда 21-гә күберәк. Башҡортостан олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң шәп ун төбәге исемлегенә инде. Быйыл химия, физика, информатика, астрономия, хоҡуҡ фәндәре буйынса ҡатнашыусылар күп булған.
Бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат уҡыусылары айырылып торҙо. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!