

Мәғариф министрлығы уны абитуриенттарҙы юғары уҡыу йортона ҡабул итеү тураһында бойороҡ баҫҡан көндәрҙә индерә. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, был көндө абитуриенттар ғаризаларын йәки уҡырға инергә ризалыҡтарын үҙгәртә алмаясаҡ. Был вуздарға уҡырға инеүселәр исемлеген дөрөҫ итеп төҙөргә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләйҙәр министрлыҡта.
Билдәле булыуынса, ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башлана. Бер юлы биш юғары уҡыу йортона, биш йүнәлеш буйынса документ тапшырырға мөмкин. 27 июлдә вуздарҙың сайттарында конкурс исемлектәре баҫыласаҡ. Абитуриент үҙенең мөмкинлектәрен ҡарап, бер вузды һайларға һәм ҡабул ителеүгә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ризалығын бирергә тейеш. Был бик мөһим, сөнки шунһыҙ приказға инмәйәсәкһең. Шулай уҡ ризалығыңды кире алып, икенсе вузға бирергә лә мөмкин. Тик "тынлыҡ көнө"ндә, йәғни бойороҡтар баҫылған көндәрҙә быны эшләй алмаясаҡһың.
Фото: smi.ru.