

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын 17 692 кеше тапшырасаҡ. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 879-ға күберәк. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының һаны - 16 373.
Туғыҙынсы синыфты иһә республикабыҙҙа 54 154 ҡыҙ һәм егет тамамлай. Йәғни 2025 йылға ҡарағанда 2685-ҡа күберәк.
Йәштәргә дәүләт һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуҙарын теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!