

Һынауҙар мәлендә, әлбиттә, уҡыусылар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә, уҡытыусылары ла борсола. Ә беҙ һеҙгә ышанабыҙ, туғыҙынсылар: мәктәп йылдарында алған белемегеҙҙе дөрөҫ ҡулланып, имтиханға әҙерләнгәндә алған тәжрибәгеҙҙе иҫегеҙҙә тотоп, был һынауҙы ла уңышлы үтерһегеҙ.
Быйыл республикабыҙҙа IX синыфты 54 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамлай. Уларҙың күпмелер өлөшө колледж, техникумдарға уҡырға инһә, ҡалғандары X синыфҡа барасаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Олег Смолин туғыҙынсынан һуң мәктәптән китеүселәрҙең күп булыуына борсолоуын белдергәйне. Уның фекеренсә, был дөйөм белем биреү кимәлен түбәнәйтә, сөнки колледждарҙа мәктәптәрҙәге кеүек фәндәр күп түгел. 15-16 йәштә дөрөҫ итеп һөнәр һайлау ҙа еңел булмай, яңылышыуың бар. Йәнә XI синыфты тамамлаусылар аҙ булыу сәбәпле, техник вуздарға студенттар йыйыу ҙа үҙе бер мәсьәлә булып тора.