+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Космос синыфтары асыла

Башҡортостанда Рәсәйҙә беренсе булып йыһан синыфтары асыласаҡ. Был турала Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Космос синыфтары асылаКосмос синыфтары асыла
Космос синыфтары асыла

"Ракета-йыһан технологиялары" космос синыфтары" мәғариф проекты Өфөнөң Октябрь районында тормошҡа ашырыласаҡ. Яңы уҡыу йылынан V-XI синыф уҡыусылары ошо йүнәлештә белем аласаҡ. Был проект буйынса информатика, физика, математика фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү күҙ уңында тотола. Әлбиттә, программа пилотһыҙ авиация системаларын, яһалма зиһенде лә үҙ эсенә ала. Шулай итеп, министр белдереүенсә, мәктәп эскәмйәһенән республиканың техник элитаһы тәрбиәләнәсәк. Киләсәктә был тәжрибә республикала ғына түгел ил кимәлендә лә таралыр, тип күҙаллана. 

Проектты "Роскосмос", "Ростех" дәүләт корпорациялары, РФ стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре, Рәсәй космонавтика федерацияһы хуплаған.

 

Фото: com.

Космос синыфтары асыла
Космос синыфтары асыла
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас