+16 °С
Ясно
VKOKTelegram

Һөҙөмтәләр ҡыуандыра

Урыҫ теле буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре лә билдәле.

Һөҙөмтәләр ҡыуандыраҺөҙөмтәләр ҡыуандыра
Һөҙөмтәләр ҡыуандыра

Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын 16 164 сығарылыш уҡыусыһы тапшырҙы.
22 кеше 100 балл йыйҙы. Был - бик һәйбәт һөҙөмтә, ул үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артыҡ (былтыр 11 кеше ине, яңынан тапшырыуҙар менән бергә 13 булды).
Юғары әҙерлек кимәлен тағы 2 640 сығарылыш синыфы уҡыусыһы раҫланы, улар 81 һәм унан күберәк балл йыйҙы. 61  һәм унан юғары балл йыйыусы  сығарылыш синыфы уҡыусылары һаны ла артты. 

Рәсәй буйынса 100 балл алыусылар 2 меңгә яҡын булған. 

Шулай ҙа һынауҙы үтә алмаусылар ҙа бар. ТАСС хәбәр  итеүенсә, уртаса балл - 63,06. Имтихан биреүселәрҙең 1,2 %-ы аттестат алыу өсөн - 24, ә 3,2 %-ы юғары уҡыу йортона документ тапшырыу өсөн 36 балл йыя алмаған.

Фото: storage.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас