

Ата-әсәләр, буласаҡ студенттар, колледждар һәм университеттар менән танышырға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ.
Иғтибар: 14 йәштән ҙурыраҡ үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса ата-әсәләр йыйылышы ла буласаҡ. Ул 18.30 сәғәттә башлана.
Ҡайһы уҡыу йортона документтар тапшырырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Киләсәккә нисек дөрөҫ аҙым яһарға? Ҡабул итеү комиссиялары ағзалары күп һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк.
Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ. Ҡатнашыу бушлай, тик алдан теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/6a2ff8ff95add5bda578edf1/?clckid=40c031e1
Күргәҙмә киске сәғәт 5-тән 8-гә тиклем эшләйәсәк.
Мәғлүмәт һәм фото Мәғариф министрлығы сайтынан алынды.