

– Хоҡуҡи аң мәктәптә һалына. Бында төп ролде «Йәмғиәтте өйрәнеү» фәне уйнай. Беҙҙең мәғарифта үҙгәрештәр булып үтте һәм бөгөн тәүге тапҡыр IX һәм X синыфтар өсөн йәмғиәтте өйрәнеү буйынса яңы дәреслектәрҙе күрһәтәбеҙ. 1 сентябрҙән илебеҙҙең бөтә белем усаҡтарында да уҡыусылар ошо китаптар буйынса уҡыясаҡ. Элек йәмғиәтте өйрәнеү абстракт характерҙа ине, хәҙер был - ғәмәли, ныҡлап тикшерелгән уҡыу курсы. Беҙ мәғариф системаһының традицияларына кире ҡайттыҡ, уҡытыусыларҙың тәҡдиме буйынса йәмғиәтте өйрәнеүҙе X-нан XI синыфҡа тиклем өйрәнергә тигән ҡарар ҡабул иттек, бығаса ла шулай булғайны, – тине Сергей Кравцов.
Рәсәй мәғариф министры бынан тыш, йәмғиәтте өйрәнеү дәреслеге практик йүнәлешле һәм ҡыҙыҡлы итеп сығарылғанын, уның апробация үткәнен һәм педагогик йәмәғәтселек менән бергә тикшерелгәнен аңлатты. 2026 йылдың 1 сентябренән яңы дәреслектәр буйынса IX-X синыфтар уҡый башлаясаҡ. Ә XI синыф өсөн дәреслекте 2027 йылдың 1 сентябренән индереү планлаштырыла.
Фото: gov.ru