+19 °С
Ясна
VKOKМакс

X синыфҡа күскәндә...

Рәсәй Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, IX синыфты тамамлаған һәм төп белем тураһында аттестат алған һәр баланың урта дөйөм йәки урта һөнәри белем алыуын дауам итеүгә тулы хоҡуғы бар.  Был — беҙҙең илдең һәр гражданының конституцион хоҡуғы.

X синыфҡа күскәндә...X синыфҡа күскәндә...
X синыфҡа күскәндә...

 Тулы урта белем алыу мөмкинлегенә туғыҙынсыны тамамлаусыларҙың барыһы ла эйә булырға тейеш. Үҙе уҡыған мәктәптә йәки яҡындағы белем усағында.

Белем биреү ойошмалары айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү буйынса йүнәлешле белем биреүҙе ғәмәлгә ашыра ала. Был осраҡта мәктәп уҡырға ҡабул итеү өсөн шәхси һайлап алыу йәки имтихандар үткәрергә хоҡуҡлы. Әгәр уҡыусы һынауҙарҙы уңышлы тапшырһа, мотлаҡ уҡырға ҡабул ителергә тейеш. 

Ә бала IX-ны тамамлаған мәктәптә буш урындар булмаһа, уға икенсе мәктәптә урын табырға тейештәр. Бының менән төбәк һәм муниципаль мәғариф идаралыҡтары шөғөлләнә.

Уҡыусыларҙың законлы вәкилдәре мәсьәләне хәл итеү өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығына рәсми бәйләнеш каналдары аша, шул иҫәптән ҡыҙыу линия һәм рәсми сайттағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе аша туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.

 

Фото: vuzopedia.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас