

Уларҙы юғары уҡыу йорттары сайттарында ҡарарға мөмкин. Исемлектәр даими яңыртыла. Һәр абитуриент уникаль код буйынса үҙен табып, документтарын тикшерә ала, нимәлер төшөп ҡалһа, шунда уҡ ҡабул итеү комиссияһына яҙып, өҫтәүҙәрен һорарға кәрәк. Мәҫәлән, бәлки, ирекмәнлек эше тураһында мәғлүмәт индерелмәгәндер.
Кем һеҙгә конкурент була ала? Исемлектә ошо вузға инергә ризалыҡ биргән абитуренттар. Ризалыҡ биргәндәр генә вузға ҡабул ителә.
Исемлекте көнөнә бер нисә тапҡыр тикшерегеҙ. Бәлки кемдәрҙер ризалыҡтарын алғандыр ҙа һеҙ өҫкәрәк күтәрелгәнһегеҙҙер. Әйткәндәй, 2026 йылдан башлап яңылыҡ индерелде: абитуренттар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша уҡырға ҡабул итеүгә ризалыҡ бирергә тейеш. Шәхсән дә бирергә була. Тынлыҡ көндәрендә (3, 7 август) ризалыҡты үҙгәртеп булмаясаҡ. Сөнки ҡабул итеү тураһында бойороҡтар сыҡҡан ошо көндәрҙә ризалыҡ биреү, алыу мөмкинлеге туҡтатылып тора.
Республикала абитуриенттарға 17 мең ҡаҙна урыны бүленгән.
Фото: dzeninfra.