+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
3 Августа , 07:42

100 балл өсөн - 150 мең һум

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған ҡатнашыусыларға йыллыҡ бер тапҡыр түләнә торған премияһына документтар ҡабул ителә.

100 балл өсөн - 150 мең һум100 балл өсөн - 150 мең һум
100 балл өсөн - 150 мең һум

Аҡсалата бүләкләүҙе БДИ-ла 100 балл йыйған һәм артабан уҡыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ингән университеттарын һайлаған абтуриенттар аласаҡ. Күләме – 150 мең. Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл алыусылар һаны 183-кә етте.
Был ярҙам сараһы төбәктең иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын республика фәнендә һәм иҡтисадында ҡалдырыуға йүнәлтелгән, талантлы йәштәрҙе тыуған яҡтың алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә дәртләндерә.
Түләүҙе рәсмиләштереү өсөн 2026 йылдың 20 авгусына тиклем документтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 105-се кабинетына график буйынса ғына алып барып тапшырырға кәрәк.

Кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән раҫланған.
- Премия биреү тураһындағы ғариза (билдәләнгән форма буйынса).
- Шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ.
- Паспорт күсермәһе.
- Банк иҫәбе реквизиттары тураһында документ (түләүҙе күсереү өсөн).
- ИНН һәм СНИЛС күсермәләре.
- Юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегенә I курсҡа ҡабул ителеү тураһында белешмә (ректор ҡултамғаһы менән).


Мәғлүмәт: education.bashkortostan.

Фото: tildacdn.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас