+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
4 Августа , 10:10

Республика Башлығы БДИ һөҙөмтәләре тураһында яҙҙы

"Ауыр БДИ марафонын лайыҡлы үткән барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен ҡотлайым. Һөнәри оҫталыҡтары өсөн педагогтар алдында баш эйәм", - тип яҙҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. 

Республика Башлығы БДИ һөҙөмтәләре тураһында яҙҙыРеспублика Башлығы БДИ һөҙөмтәләре тураһында яҙҙы
Республика Башлығы БДИ һөҙөмтәләре тураһында яҙҙы

"2026 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханында 210 эш йөҙ балл йыйған. Был үткән йылға ҡарағанда күпкә күберәк – 159 ине. Ә инде 2023 йылда республикала 82 йөҙ балл йыйыусы булған. 

Былтыр Өфөнән Алексей Лобов өс фәндән 300 балл йыйғайны. Быйыл 11 уҡыусы 200-балл йыя алды, үткән йылда бишәү инеләр.

Әйткәндәй, 100 баллы эштәрҙең күбеһе тәбиғи фәндәр буйынса. Бында ла үҫеш күҙәтелә: физиканан – 69 (үткән йылда 36 ине), йүнәлешле математиканан – 21 (10 ине), биологиянан – 12 (3 ине).

Төбәктәр алдында математика һәм тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу сифатын күтәреү бурысы тора. 2030 йылға йомғаҡлау аттестацияһында уларҙы һайлаған сығарылыш уҡыусылар өлөшө кәмендә 35 % тәшкил итергә тейеш. Беҙҙә быйыл – 41,8 %, беҙ – илдә лидерҙар. Был да – лайыҡлы һөҙөмтә.

Тағы республикала мәктәп белеме кимәле тураһында һөйләгән мөһим йомғаҡтар. Алты фән буйынса юғары балл йыйыусылар (81-ҙән юғары йыйғандар) күбәйҙе, һигеҙ фән буйынса – 60-тан юғары балл алғандар, тимәк, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә яҡшы мөмкинлектәре бар. Алты дисциплина буйынса минималь сиктән үтә алмаған уҡыусылар һаны кәмене.

Һуңғы бер нисә йыл эсендә федераль саралар, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙың президент программаһы ярҙамында беҙ мәктәп инфраструктураһын ныҡ яңырттыҡ. Һәм йәштәрҙең быға яҡшы белем менән яуап биреүен күрәбеҙ. Һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн эшләүҙе дауам итәбеҙ".

Фото: vkuserphoto.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас